23.5.2018
saat

All Language

Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәт Мостафа

     Беҙ үҙебеҙҙе «мосолман» тибеҙ, әммә шул мосолманлыҡ динен кешеләргә башлап өйрәтеүсе, холҡо һәм эштәре, ғибәҙәттәре һәм тормош рәүеше менән иң юғары дәрәжәләргә өлгәшеүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр хаҡында бик һирәктәребеҙ генә белә. Ә бит уның тормош юлы – һәр мосолман өсөн бөйөк, алыштырғыһыҙ өлгө. Был хаҡта Раббыбыҙ шулай ти: «Һеҙҙең кемегеҙ Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә өмөт итә һәм Аллаһты күп иҫкә ала, шуларға Аллаһ рәсүлендә күркәм үрнәк булды» (Ҡөрьән, 33:21).
     Мөхәммәт пәйғәмбәр – Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, иң күркәм, иң камил холоҡ эйәһе, Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы. Уны «пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы» тип әйтергә лә булыр ине. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең нисек дин тотоуын, холҡон, эштәрен, йәшәйешен белмәйенсә, Раббыбыҙ һөйөүенә өлгәшеү, иманыбыҙҙы нығытыу, үҙебеҙҙе Ахирәткә әҙерләү мөмкин түгел. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр, яҡлау эҙләп, бер пәйғәмбәрҙән икенсеһенә барып ҡаңғырышҡанда, тап ул, Мөхәммәт, Аллаһ рөхсәте менән бөтә мосолмандар өсөн Аллаһтан яҡлау һораясаҡ.


Әбүл-Хәсән Ғәли ән-Нәдүи
ISBN: 978-5-95002-247-0

  

Балалар өсөн 40 хәҙис хикәйәттәре

     Эта книга уже успела полюбиться и детям, и взрослыми. Каждому из хадисов Пророка Мухаммада (саллаллаху алйхи ва саллям) предшествует поучительная история из обычной жизни, которая помогает глубже и полнее раскрыть и понять смысл хадисов. Такая форма изложения доступна и понятна даже детям младшего возраста. Книга рассчитана на самый широкий круг читателей, как детей, так и взрослых.


М. Йәшәр Ҡандимер
ISBN: 978-5-91811-001-0

  

Хаҡ Динемдә Беренсе Аҙымдарым

     Балана әйткән беренсе hуҙенБулhын "АллаЬ".Беренсе таныштырған кешен Булhын Пәйғәмбәр.Балана укыған ин беренсеКитабын булЬын "Көрьән".hин өйрәткән ялбарыуы Баландын булЬын "Әл-хәмду-лилләЬ".Балана Ьин биргәнТәуге йотом hөт булЬын "Хәләл".


Мөршиҙә Уйсал
ISBN: 978-5-902855-68-2

  

Шайтан Хəйлəлəре

     "Эй heҙ, иман килтергән кешеләр! Барығыҙ ҙа Ислам динена инегеҙ! Шайтан юлынан бармағыҙ! Ул hеҙга асыктан-асык дошман бит!""Шайтан hеҙгә фәкирлек вәғәҙә итә, hәм боҙоклокка бойора, а АллаЬ hеҙгә ярлыкауын hәм рәхматән вәгәҙә итә. Ысынлап та, АллаЬ бар нәмәне биләусе, белеусе! (Әл-Бәкара, 208, 268)


Мөхйиддин бин Ғəрəби
ISBN: 978-5-91811-004-1

  

Ҡөрьән Уҡырға Өйрәнәбеҙ

     Һуңғы йылдарҙа латин, кирилл хәрефтәре нигеҙендә төҙөлгән Ҡөрьән әлифбалары ярҙамында һәр кеше еңел генә Ҡөрьән китабын уҡырға өйрәнә ала тигән фекерҙәр бөтөп бара. Был фекер, Ҡөрьәнде үҙ хәрефтәре менән өйрәтеү бик ауыр тигән һылтауға нигеҙләнә ине. Шул сәбәптән Ҡөрьәнде төрөк хәрефтәре менән баҫтырып сығарыу осраҡтары ла булды. Ҡулығыҙҙағы был “Әлифба”ла Аллаһы Тәғәләнең китабы, Ҡөрьәнде өйрәтеү өлкәһендә булған башҡа тәжрибәләр ҙә иҫкә алынды, был изгелекле эш сылбырына беҙҙең тарафтан да бер бүлек өҫтәлде. Алда ҡуйылған маҡсатты күҙ уңында тотоп, Ҡөрьән уҡырға өйрәтеүселәр һәм өйрәнеүселәрҙең иғтибарын түбәндәгеләргә йүнәлтергә теләйбеҙ.


Нәшриәт Төркөмө
ISBN: 978-5-91811-017-1

  

Ғөсөл, Тәһәрәт Һәм Намаҙға Өйрәнәм

     На русском языке. В этой прекрасно изданной брошюре с множеством цветных фотографий подробно объясняется каждый шаг совершения омовения (тахарат) и намаза; приводятся дуа и суры Священного Корана, читаемые в намазе (на арабском языке с русской транскрипцией); раскрываются вопросы исламского вероучения и др. Брошюра имеет удобный «карманный формат», что позволяет всегда иметь ее при себе. Рекомендуется взрослым и маленьким читателям, желающим научиться правильно совершать омовение (тахарат) и намаз по мазхабу имама Абу Ханифы.


Асым Уйсал
ISBN: 978-5-902855-50-7

  

Көндәлек доғалар һәм зекерҙәр

     Кешелеккә Иләһи шәфҡәтлелек итеп ебәрелгән бөтөн бәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҙә ауырлыҡта ла, еңеллектә лә, хәсрәттә лә, шатлыҡта ла Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеүҙәрен, бағлаған өмөттәрен үә ялбарыуҙарын доға аша башҡарғандар. Уларҙы беҙ үҙҙәренең миҫалында Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәт тәрбиәләүсе, хаҡ юлдан әйҙәүсе пак шәхестәр тип беләбеҙ.
     Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу – тормош ҡануны, Хоҙайға буйһоноуҙың асылы ул. Ерҙә лә, күктә лә бөтөн нәмә иләһи ихтыярға буйһона, һәр ҡайһыһы үҙенең телендә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһен иҫкә ала һәм Уға ялбара. Дөрөҫ дини тәрбиә мөьминдә һәр саҡ доғала булыу теләген уята, сөнки доға мөьминдең йөрәгендәге Аллаһ Тәғәләгә алып барыусы юлдың ҡапҡаһына асҡыс булып тора.


Рамаҙануғлы Мәхмүт Сами

  

Һуңғы һулыш

     Әҙәм балаһы, һынауҙар өсөн ебәрелгән фани донъянан киткәндә, Әхирәт ҡапҡаһынан мәңгелек йортона инә. Әммә ул йорттоң ҡапҡаһы икәү: береһе һәләкәткә илтә, икенсеһе -  бәхет-сәғәҙәткә. Бөтә ғүмеренең һөҙөмтәһе булған Һуңғы һулышы еткәс, ул ошо ҡапҡаларҙың ҡайһыһы асыласағын беләсәк. Ҡыҫҡа ғүмеребеҙҙе Һуңғы һулышыбыҙҙы иҫтә тотоп үткәрәйек тиһәк, беҙгә иғтибарлы, һиҙгер һәм айыҡ аҡыллы булыу зарур.
     Һуңғы һулышыбыҙ - Әхирәттәге хәлебеҙҙең тәүге шаһиты. Ваҡытлы донъябыҙ менән лайыҡлы хушлашайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе шул һуңғы һулышыбыҙға әҙерләргә тейешбеҙ. Мәңгелектәге тормошобоҙ бәхетле булһын өсөн, ғүмеребеҙ изге ғәмәлдәр, намыҫ, рухи аҡыл, тура юлыбыҙ менән биҙәлгән булыуы шарт. Ғүмер стаканға ағып төшкән һыу тамсылары кеүек. Тамсылар саф, таҙа булһа, стакандағы һыу ҙа саф, таҙа. Һуңғы тамсы әйтерһең дә һуңғы һулыш…


Нуриман Мусин

  

Нәсихәттәр

     Ризаитдин Фәхретдинов XIX быуаттың аҙағы XX башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Уның ижады ғәжәйеп киң һәм күп яҡлы. Ул төрлө тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыуҙырған. Мәшһүр ғалим педагогика фәненә лә ҙур иғтибар бирә. Уның тарафынан «Ғаҡидә», «Ғаилә», «Ир балалар өсөн нәсихәт», «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт», «Тәрбиәле ана», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле китаптар яҙыла. Улар революцияға тиклем ҡат-ҡат донъя күрә. Мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Китаптарҙа балаларҙы тәрбиәләү быйынса файҙалы кәңәштәр бирелә, ата-әсәләрҙең бурыстары ентекләп асыҡлана, балаларға матур һөйләшергә, төрлө урындарҙа үҙен нисек тоторға өйрәтә, белем кәрәклеген аңлата.
     Түбәндә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды тәрбиәләүгә лә, ағартыуға тос өлөш индергән ғалим Р.Фәхретдиновтың халыҡ педагогикаһына ҡараған «Нәсихәт» исемле әҫәре баҫыла. Ул өс китаптан тора. Уның тәүгеһе ир балаларға, икенсеһе ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө ололарға тәғәйенләнгән.


Ризаитдин Фәхретдинов

  

  1. Page :
  2. |
  3. 1
  4. |
  5. 2
STATISTICS :    Total number of languages : 52    Total number of materials : 1.394    Total number of downloads : 937.012      ALL STATISTIC 

Coded by IBB SOFT