ust_diller

All Language

Минең гүзәл динем 1 (Ғибәҙәткә өйрәнәм)

     Һөйөклө балалар!
    Пәйғәмбәребеҙ ҡабыҙған иман нуры, быуындан-быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә килеп етте. Һәр быуын, хәленән килгәнсә, шул дингә ярашлы йәшәргә һәм уны киләһе быуындарға тапшырырға тырышты. Шул рәүешле Ислам ғилемдәре инсандан инсанға, күңелдән күңелгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп етте. Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ. Шулай булғас беҙгә, оло быуынға, һеҙҙе был изге эшкә әҙерләү бурысы йөкмәтелгән. Оҙайлы тарихы булған динебеҙҙе иң камил сүрәттә беҙ һеҙгә тапшырырға тейешбеҙ. Был юлдағы тырышлығыбыҙ – Аллаһу Тәғәләгә мең шөкөр – тәүге емештәрен бирҙе.
     Был китапта беҙ ғибәҙәт, тәһәрәт, тәйәммүм, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж һәм ҡорбан хаҡында һөйләнек. Был китапты әҙерләгәндә, элек нәшер ителгән китаптарҙы файҙаланылдыҡ һәм уларға ҡағылышлы бөтә тәнҡит һүҙҙәрен күҙ уңында тотоп эшләргә тырыштыҡ. Рухи ғилемгә эйә булыу хеҙмәтенә ҙур теләк һәм кинәнес менән тотоноуығыҙҙы бик теләйбеҙ.
     Йөрәктәрегеҙ - Иман, тормошоғоҙ – Ислам, күңелегеҙ Ихсан менән тулһын. Фәрештәләр юлдашығыҙ булһын, яҡшы кешеләр – яҡын дуҫтарығыҙ, ә Аллаһу Тәғәлә - ярҙамсығыҙ... Йәннәт юлдары асыҡ булһын һеҙгә… Аллаһ һәр саҡ һаҡлап торһон һеҙҙе!..


Рәжәб Өздирәк
Фаруҡ Сәлман
Нәзиф Йылмаз


Минең гүзәл динем 2 (Иман нигеҙҙәрен өйрәнәм)

    Һөйөклө балалар! Пәйғәмбәребеҙ ҡабыҙған иман нуры, быуындан-быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә килеп етте. Һәр быуын, хәленән килгәнсә, шул дингә ярашлы йәшәргә һәм уны киләһе быуындарға тапшырырға тырышты. Һәммәбеҙҙе лә яралтҡан, Үҙенең Һөйөклө Илсеһе Мөхәммәт Мостафаны (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм гүзәл динебеҙҙе барлыҡҡа килтергән Аллаһу Тәғәләне ныҡ яратыуығыҙҙы беҙ беләбеҙ. Беҙ ҙә һеҙҙе бик тә яратабыҙ һәм һеҙҙең, балаларыбыҙҙың, динебеҙҙе ентекләп өйрәнеүегеҙҙе теләйбеҙ.
    «Минең гүзәл динем» серияһынан «Ғибәҙәт ҡылырға өйрәнәм» тип аталған тәүге китапта беҙ ғибәҙәт, тәһәрәт, тәйәммүм, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж һәм ҡорбан хаҡында һөйләнек.
    Был «Иман нигеҙҙәрен өйрәнәм» исемле китапта һеҙгә Аллаһҡа, фәрештәләргә, илаһи яҙмаларға, пәйғәмбәрҙәргә, әхирәткә һәм тәҡдиргә инаныу тураһында аңлаттыҡ.
    Йөрәктәрегеҙ - Иман, тормошоғоҙ – Ислам, күңелегеҙ Ихсан менән тулһын. Фәрештәләр юлдашығыҙ булһын, яҡшы кешеләр – яҡын дуҫтарығыҙ, ә Аллаһу Тәғәлә - ярҙамсығыҙ. Йәннәт юлдары асыҡ булһын һеҙгә… Аллаһ һәр саҡ һаҡлап торһон һеҙҙе!


Рәжәб Өздирәк
Фаруҡ Сәлман
Нәзиф Йылмаз


Баҡыйлыҡҡа сәфәр

    Һәр заманда кеше аңын, күңелен биләп торған иң бөйөк сер – үлем һәм әхирәт тормошо. Һис шикһеҙ, кем генә булмаһын, ниндәй генә социаль баҫҡыста тормаһын, үлем алдында барыһы ла бер тигеҙ. Һәр бәндәне үлем буҫағаһы артында нимә көтөп тороуы борсой. Тормош ләзәттәренән айырып, утлы упҡынға ташлаған үлем хәҡиҡәте – был донъяла һәр әҙәм балаһы дусар булған иң ауыр ваҡиға. Шуға күрә лә үлем һәм мәңгелек тормош билдәһеҙлеге пәрҙәһен күтәреп ҡарау - кешенең төп бурысы.
    Тормош – бөйөк хәҡиҡәт, ул бишектән алып ҡәбергәсә ваҡытты ғына үҙ эсенә алмай. Үлем һәм мәңгелек тормош менән бәйле киләсәк төйөнөн сисеү бәндәнең үҙ нәфесе ҡорған кәртәләрҙе үтә алыуына һәм Илаһи Ҡәләмгә таянып эш итә белеүенә бәйле. Ә быны тормошҡа ашырыуҙың иң яҡшы ысулы - пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың вариҫтары булған Аллаһтың һайлам ҡолдарының рухиәтенән үҙ өлөшөңдө алыу.
    Раббыбыҙ Аллаһ һәм Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нәсихәттәренә ғәмһеҙ инсан, кешеләр уйлап сығарған хаталы һәм файҙаһыҙ теорияларға эйәреп, үҙ-үҙен алдап, һәләкәтле халәтен бәхет, тип иҫәпләй. Үлем хаҡында хәбәрҙар булмайынса, уға әҙерләнмәйенсә Ғазраил фәрештә менән осрашҡан тәҡдирҙә, уны ҡурҡыныс «сюрприз»дар мотлаҡ көтөп торасаҡ. Әхирәтеңде ҡайғыртмай йәшәлгән ғәмһеҙ тормош -  үҙ-үҙеңде алдау, көн һәм төн – һәммәһе үҙенә башҡа, тип иҫәпләү менән бер ул.


Нуриман Мусин


Мәүләнә Йәләлетдин Руми

     Аллаһу Тәғәләнән йөрәктәрҙе нурландырыу, нәсихәт биреү һәм йән өрөү бәрәкәте бирелгән һайлам ҡолдарҙың береһе - Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми – иман хәбәрсеһе, йәндәрҙе һауыҡтырыу оҫтаһы. Йөрәк түренән сыҡҡан уның нәсихәттәре – Ҡиәмәткә ҡәҙәр кешеләрҙең йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы даимән дарыу, һис ҡоромаҫ тере йәншишмә.
     Күңелендә Мәүләнәгә оло хөрмәт йөрөткәндәрҙең береһе былай тип яҙа: «Беҙгә Мәүләнә Йәләлетдиндың рухи һоҡланыу тулы ауазы ғына килеп еткән. Уның күңеле тыныслыҡ тапҡан диңгеҙ төбөнә беҙ төшөп етә алмайбыҙ, тулҡынланып, диңгеҙ өҫтөнә ҡалҡҡанды ғына күрәбеҙ. Мәүләнәнең һөйөүен татыманыҡ беҙ, уның һүҙгә ҡойолған һөйөү тауышын ғына ишеттек. Булмаҫ телебеҙ менән уны ҡабатларға тырышыуыбыҙ файҙаһыҙ. Тыныслыҡ диңгеҙенә ул ғына төшөп етә алған, ә беҙгә уның рухи һоҡланыу ҡойоно аша ишетелгән тауышы ғына килеп еткән. Ни хәл итәһең! Беҙ шуны Мәүләнә тип иҫәпләйбеҙ!»


Нуриман Мусин


Аллаһтың һөйөклө рәсүле Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) 1. Мәккә дәүере

    Дөрөҫ ғәмәлле һәм имен булырға теләгән йәш кеше; Аллаһҡа саҡырыуҙы үҙенә барыр юл итеп һайлап, хикмәт һәм күркәм өгөт-нәсихәт менән изгелеккә өндәүсе зат; дәүләтендә ғәҙеллек һәм игелек менән етәкселек итергә теләүсе идарасы; күркәм мөнәсәбәт күрһәтеүҙә үрнәк ғаилә башлығы, балаларына һәм ҡатынына ҡарата шәфҡәт һәм мәрхәмәтен ҡыҙғанмаған бер ата; йүнәлтеү һәм идара эшен яҡшы белгән һәләтле командир; ҡыҫҡаһы, йәше, дәрәжәһе, социаль ҡатламы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр мосолман өсөн иң күркәм һәм тотороҡло бейеклектәге критерийҙар Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең Сираһында күрһәтелә. Шуға күрә лә исламды бөтә тарафтан аңлап ҡуллана алыу өсөн, Рәсүлүллаһ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тормошон күркәм рәүештә өйрәнеү зарур.
    Шик юҡ, Рәсүлүллаһ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең Сираһын лайыҡлы шәкелдә өйрәнеү, өйрәтеү һәм шуның менән йәшәү – ул кешелек өсөн камил һәм идеаль бер хаят үрнәген бүләк итеп ҡабул ҡылыу.


Нуриман Мусин


Мөхәббәт сере

     «Мөхәббәт сере. Күңел баҡсаһынан» атамаһы аҫтындағы был китаптың яҙылыу маҡсаты ябай – мөьминдәр ҡәлбен Раббыбыҙ Аллаһҡа һәм Уның Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөү менән тултырыу, хикмәт ынйылары һәм салих заттар мөхәббәте яҡтылығы ярҙамында йөрәктәрҙе паклаусы нәсихәт биреү.
     Хәҡиҡи гүзәллек – Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Гүзәллеге. Беҙ күргән донъялағы барса матурлыҡ – Уның Матурлығының көсһөҙ генә сағылышы.
     Был донъяның яратылыу мәғәнәһе Хаҡ Тәғәләбеҙ Мөхәббәтенә бәйле. Уның мөхәббәтенең төп сағылышы йәшел дала, урмандар, икһеҙ-сикһеҙ сүллектәр, бейек-бейек тау теҙмәләре йәме түгел, ғаләм үҙәге, Илаһи Сәнғәт мөғжизәһе, мөхәббәт сығанағы, Ерҙең һәм унда йәшәгән барса мәхлуҡтарҙың барлыҡҡа килеү сәбәбе булған кеше. Кешенең ҡиммәте үҙенең яратылмыш маҡсатына, фани донъяға килеү маҡсатына ярашлы йәшәй белеү һәләте менән билдәләнә.


Нуриман Мусин


Ғаләм мәктәбе - ғаләм, Ҡөрьән һәм кеше

     Кеше – юғарыларҙан да юғары (әхсани-тәкүим) һәм түбәндәрҙән дә түбән (әсфәли-сәфилин), тәҡүәлек һәм гонаһкәрлек, осош һәм түбән тәгәрәү халәттәре араһында торған йомаҡ. Кеше – Раббыбыҙҙың Илаһи сифаттарҙы сағылдыра алған иң һәләтле яратылмышы. Был йәһәттән ҡараһаҡ, ғаләм – көҙгө һәм ул кешегә күҙәтеү һәм фекер йөрөтөү өсөн бирелгән.
     Асылда барса ғаләм Аллаһтың Гүзәл Исемдәренең төрлө комбинациялары сағылышы. Образлы итеп әйтһәк, ғаләм төрлө материалдарҙы ҡушып, иретеп, һыуытып, көҙгө эшләү өсөн файҙаланылған ғәләмәт ҙур үтә күренмәле быяла ише. Кеше – илаһи яратылмыштың бөйөк мөғжизәһе – был ғаләм көҙгөһөнөң сағылдырғыс һуңғы звеноһы кеүек. Ошо көҙгө аша кеше үҙенең көсһөҙлөгөн дә, үҙенең ҡиммәтен дә танып белә ала, ә «үҙен танып белгән - Раббыһын да танып белә». Аллаһ Ҡәләмен һәм ғаләм китабын уҡыған кеше үҙенең пак фитрәтен тоя, үҙенең намыҫ тауышын ишетә, фани донъяның Илаһи панорамаһын һоҡланып күҙәтә һәм Хәҡиҡәт ҡояшына һуҡыр булыуҙан туҡтай...


Нуриман Мусин


Мосолмандың үҙ-үҙенә имтиханында Тәсауыф

     Динебеҙ Ислам дин тотоуҙы ғына түгел, бөтә йәшәйеш асылын тәртипкә һала. Динебеҙ Ислам тирә-яҡ мөхитте, тышҡы ҡиәфәтебеҙҙе генә түгел, эске донъябыҙҙы, әхүәле рухиәбеҙҙе тәртипкә һала. Исламдың төп маҡсаты булған «камил мөьмин» юғарылығына күтәрелеү өсөн, динебеҙҙең формаһын, мәғәнәһен, физик һәм метафизик асылын, асыҡ һәм йәшерен яҡтарын – һәммәһен өйрәнергә тейешбеҙ.
     Тәсауыф – мөьминде юғары камиллыҡҡа ирештереүсе Илаһи тәрбиә юлы. Ул – Ҡөрьән һәм Сөннә нәсихәттәре ярҙамында тышҡы донъябыҙҙы үҙгәртеүсе, наҙанлыҡты, рухи түбәнлекте еңергә ярҙам итеүсе, әхүәле рухиәбеҙҙе тәрбиә ҡылыусы һәм ҡәлбебеҙ менән Аллаһты хәҡиҡи танып белеү юлына баҫтырыусы тәрбиә мәктәбе. Был китапта беҙ Исламдағы тәсауыф мәсьәләләре буйынса шәриғәт талаптарына һеҙҙең иғтибарығыҙҙы йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ рухи тәрбиә юлына баҫҡандар һәм уларҙың остаздары (мөршидтәр) араһындағы мөнәсәбәттәрҙең иң дөрөҫ критерийҙарын бирергә тырыштыҡ. Был мөнәсәбәттәрҙәге хәүефле яҡтарҙы ла күрһәттек: остазыңа артыҡ эҫенеү, һөйөү фанатизмға, хәҡиҡәт юлынан тайпылыуға алып килеүе лә ихтимал. Ҡыҫҡаһы, шәриғәт ҡағиҙәләрен үтәгән сүрәттә генә дини тойғоларыңды ауыҙлыҡлау, аҡыл менән эш итеү мөмкин.


Нуриман Мусин


Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә

     Миллиардтарса йыл элек Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә икһеҙ-сикһеҙ Йыһанда ғәжәйеп гүзәл бер донъя барлыҡҡа килтергән. Аҙаҡ Ул унда үҙенең иң яратҡан ижад емешен – кешене хаким итеп ебәргән. Раббыбыҙ донъяны әҙәм өсөн уңайлы итеп, ул тыныс һәм бәхетле йәшәрлек итеп камил сүрәттә бар ҡылған. Барса донъя бәрәкәттәре, кеше үҙен Бар ҡылыусыны танып, Уға рәхмәтле булып, Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ризалығын алырҙай ғәмәлдәр ҡылып йәшәүе өсөн бүләк итеп бирелгән.
     Был әҫәрҙә бөтә барлыҡ үҙ телендә хәбәр һөйләйәсәк, һәммәһе беҙҙең менән әңгәмә ҡорасаҡ, һәммәһе беҙҙең менән үҙенсә һөйләшәсәк! Китапты уҡып сыҡҡас, һеҙ бөтә барлыҡҡа бөтөнләй икенсе күҙ менән бағасаҡһығыҙ! Ҡояшҡа, һыуға башҡаса ҡарай башлаясаҡһығыҙ. Көн һайын үҙегеҙ атлап йөрөгән ерҙе, һеҙгә күләгә биргән ағастарҙы, һеҙгә шыбыр-шыбыр хәбәр һөйләгән япраҡтарҙы һеҙ икенсе төрлө ҡабул итәсәкһегеҙ. Күкте иңләп осҡан ҡоштарҙа, һыуҙарҙа йөҙгән балыҡтарҙа, үҙ эше менән ашығып китеп барған бөжәктәрҙә Илаһи мөғжизә сағылышын күрәсәкһегеҙ…


Фаруҡ Кангер
ISBN: 978-5604-14-150-2


  1. Page :
  2. |
  3. 1
  4. |
  5. 2
  6. |
  7. 3
STATISTICS :    Total number of languages : 57    Total number of materials : 1.391    Total number of downloads : 1.700.610      ALL STATISTIC