Нәсихәттәр

Ризаитдин Фәхретдинов XIX быуаттың аҙағы XX башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Уның ижады ғәжәйеп киң һәм күп яҡлы. Ул төрлө тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыуҙырған. Мәшһүр ғалим педагогика фәненә лә ҙур иғтибар бирә. Уның тарафынан «Ғаҡидә», «Ғаилә», «Ир балалар өсөн нәсихәт», «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт», «Тәрбиәле ана», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле китаптар яҙыла. Улар революцияға тиклем ҡат-ҡат донъя күрә. Мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Китаптарҙа балаларҙы тәрбиәләү быйынса файҙалы кәңәштәр бирелә, ата-әсәләрҙең бурыстары ентекләп асыҡлана, балаларға матур һөйләшергә, төрлө урындарҙа үҙен нисек тоторға өйрәтә, белем кәрәклеген аңлата.
Түбәндә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды тәрбиәләүгә лә, ағартыуға тос өлөш индергән ғалим Р.Фәхретдиновтың халыҡ педагогикаһына ҡараған «Нәсихәт» исемле әҫәре баҫыла. Ул өс китаптан тора. Уның тәүгеһе ир балаларға, икенсеһе ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө ололарға тәғәйенләнгән.