Имандан Ихсанға Юлсыларға Нәсихәт

Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары әйтә: «Тормоштоң маҡсаты – иң яҡшыны алыу һәм иң яҡшыны күреүгә лайыҡ булыу». Йәғни, улар камил инсан булыу юлында тырышлыҡ һалыу кәрәклеген күркәм рәүештә аңлата һәм мөьминдең төп маҡсаты Ғаләмдәр Раббыһына яҡынайыу булырға тейешлеген төшөндөрә.
Был бәхеткә бары тик фани донъяла ғына өлгәшергә мөмкин. Йәннәткә юл рухи тәрбиә алыу нәтижәһендә ошо донъяла башлана. Илаһи үәхи алған бөтә пәйғәмбәрҙәр, рухи остаздар һәм ғарифтар кешене «нәфс-аммара»  әсирлегенән азат итеү, Бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылған ҡол дәрәжәһенә күтәреү өсөн барса көсөн һалған. «Рухи йәһәттән үҫешмәгән кешенән нескә күңелле, юғары әхлаҡлы, камил инсанды бар ҡылыу өсөн», был остаздар когортаһы быуаттар буйы Изге Ҡөрьәнгә нигеҙләнгән һәм Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙөндәге «иң гүзәл өлгөнө (усвәтун хәсәнә)» үрнәк итеп алған махсус тәрбиә системаһын булдырған. «Сәғәҙәт быуаты»нан һуң барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән был система «Тәсауыф» атамаһын алған.


Баҡыйлыҡҡа Сәфәр

Һәр заманда кеше аңын, күңелен биләп торған иң бөйөк сер – үлем һәм әхирәт тормошо. Һис шикһеҙ, кем генә булмаһын, ниндәй генә социаль баҫҡыста тормаһын, үлем алдында барыһы ла бер тигеҙ. Һәр бәндәне үлем буҫағаһы артында нимә көтөп тороуы борсой. Тормош ләзәттәренән айырып, утлы упҡынға ташлаған үлем хәҡиҡәте – был донъяла һәр әҙәм балаһы дусар булған иң ауыр ваҡиға. Шуға күрә лә үлем һәм мәңгелек тормош билдәһеҙлеге пәрҙәһен күтәреп ҡарау - кешенең төп бурысы.
Тормош – бөйөк хәҡиҡәт, ул бишектән алып ҡәбергәсә ваҡытты ғына үҙ эсенә алмай. Үлем һәм мәңгелек тормош менән бәйле киләсәк төйөнөн сисеү бәндәнең үҙ нәфесе ҡорған кәртәләрҙе үтә алыуына һәм Илаһи Ҡәләмгә таянып эш итә белеүенә бәйле. Ә быны тормошҡа ашырыуҙың иң яҡшы ысулы - пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың вариҫтары булған Аллаһтың һайлам ҡолдарының рухиәтенән үҙ өлөшөңдө алыу.
Раббыбыҙ Аллаһ һәм Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нәсихәттәренә ғәмһеҙ инсан, кешеләр уйлап сығарған хаталы һәм файҙаһыҙ теорияларға эйәреп, үҙ-үҙен алдап, һәләкәтле халәтен бәхет, тип иҫәпләй. Үлем хаҡында хәбәрҙар булмайынса, уға әҙерләнмәйенсә Ғазраил фәрештә менән осрашҡан тәҡдирҙә, уны ҡурҡыныс «сюрприз»дар мотлаҡ көтөп торасаҡ. Әхирәтеңде ҡайғыртмай йәшәлгән ғәмһеҙ тормош - үҙ-үҙеңде алдау, көн һәм төн – һәммәһе үҙенә башҡа, тип иҫәпләү менән бер ул.


Һуңғы Һулыш

Әҙәм балаһы, һынауҙар өсөн ебәрелгән фани донъянан киткәндә, Әхирәт ҡапҡаһынан мәңгелек йортона инә. Әммә ул йорттоң ҡапҡаһы икәү: береһе һәләкәткә илтә, икенсеһе - бәхет-сәғәҙәткә. Бөтә ғүмеренең һөҙөмтәһе булған Һуңғы һулышы еткәс, ул ошо ҡапҡаларҙың ҡайһыһы асыласағын беләсәк. Ҡыҫҡа ғүмеребеҙҙе Һуңғы һулышыбыҙҙы иҫтә тотоп үткәрәйек тиһәк, беҙгә иғтибарлы, һиҙгер һәм айыҡ аҡыллы булыу зарур.
Һуңғы һулышыбыҙ - Әхирәттәге хәлебеҙҙең тәүге шаһиты. Ваҡытлы донъябыҙ менән лайыҡлы хушлашайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе шул һуңғы һулышыбыҙға әҙерләргә тейешбеҙ. Мәңгелектәге тормошобоҙ бәхетле булһын өсөн, ғүмеребеҙ изге ғәмәлдәр, намыҫ, рухи аҡыл, тура юлыбыҙ менән биҙәлгән булыуы шарт. Ғүмер стаканға ағып төшкән һыу тамсылары кеүек. Тамсылар саф, таҙа булһа, стакандағы һыу ҙа саф, таҙа. Һуңғы тамсы әйтерһең дә һуңғы һулыш…


Нәсихәттәр

Ризаитдин Фәхретдинов XIX быуаттың аҙағы XX башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Уның ижады ғәжәйеп киң һәм күп яҡлы. Ул төрлө тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыуҙырған. Мәшһүр ғалим педагогика фәненә лә ҙур иғтибар бирә. Уның тарафынан «Ғаҡидә», «Ғаилә», «Ир балалар өсөн нәсихәт», «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт», «Тәрбиәле ана», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле китаптар яҙыла. Улар революцияға тиклем ҡат-ҡат донъя күрә. Мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Китаптарҙа балаларҙы тәрбиәләү быйынса файҙалы кәңәштәр бирелә, ата-әсәләрҙең бурыстары ентекләп асыҡлана, балаларға матур һөйләшергә, төрлө урындарҙа үҙен нисек тоторға өйрәтә, белем кәрәклеген аңлата.
Түбәндә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды тәрбиәләүгә лә, ағартыуға тос өлөш индергән ғалим Р.Фәхретдиновтың халыҡ педагогикаһына ҡараған «Нәсихәт» исемле әҫәре баҫыла. Ул өс китаптан тора. Уның тәүгеһе ир балаларға, икенсеһе ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө ололарға тәғәйенләнгән.


76 Ҙур Гонаһ

Шәйех, Имам, Хафиз Шәмсетдин Мөхәммәт бин Әхмәт бин Ғуҫмән әҙ-Ҙәхәби (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) шулай тине: “Беҙҙе иман итеп ҡуйған Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! Ебәргән яҙмалары, пәйғәмбәрҙәре, фәрештәләре һәм тәҡдире өсөн Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! Аллаһ Мөхәммәткә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм), уның яҡындарына һәм сәхәбәләренә ризалыҡ бирһен! Аллаһ беҙгә мәңгелек донъяла улар менән күрше булырға насип итһен!
Бөйөк гонаһтарҙы тулыһынса һүрәтләп сыҡҡан был китап уҡыусыларға файҙа килтерер, тип өмөт итәбеҙ. Аллаһ үҙенең рәхмәте менән беҙҙе бөйөк гонаһтар ҡылыуҙан йыраҡлаштырһын!
Ҡөрьәндә әйтелә: “Әгәр ярамаған оло гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ, Беҙ һеҙҙе, бәләкәйерәк яҙыҡтарығыҙҙы кисереп, яҡшы ҡапҡанан керетербеҙ” (Ниса, 31).
Был аятта Аллаһы Тәғәлә бөйөк гонаһтарҙан ҡасыусыларға ожмах вәғәҙә итә.
Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ: “Сабыр итә, шөкөр итә белгән кешегә – ысынлап та, бында аяттар бар!” (Шура, 37);“Оло гонаһтан, фәхишәлектән һаҡланып, бәләкәй генә яҙыҡ эшләгән кешеләрҙе, ысынлап та, Раббың киң ҡул менән ярлыҡай” (Нәджм, 32).


Мәүләнә Йәләлетдин Руми

Аллаһу Тәғәләнән йөрәктәрҙе нурландырыу, нәсихәт биреү һәм йән өрөү бәрәкәте бирелгән һайлам ҡолдарҙың береһе - Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми – иман хәбәрсеһе, йәндәрҙе һауыҡтырыу оҫтаһы. Йөрәк түренән сыҡҡан уның нәсихәттәре – Ҡиәмәткә ҡәҙәр кешеләрҙең йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы даимән дарыу, һис ҡоромаҫ тере йәншишмә.
Күңелендә Мәүләнәгә оло хөрмәт йөрөткәндәрҙең береһе былай тип яҙа: «Беҙгә Мәүләнә Йәләлетдиндың рухи һоҡланыу тулы ауазы ғына килеп еткән. Уның күңеле тыныслыҡ тапҡан диңгеҙ төбөнә беҙ төшөп етә алмайбыҙ, тулҡынланып, диңгеҙ өҫтөнә ҡалҡҡанды ғына күрәбеҙ. Мәүләнәнең һөйөүен татыманыҡ беҙ, уның һүҙгә ҡойолған һөйөү тауышын ғына ишеттек. Булмаҫ телебеҙ менән уны ҡабатларға тырышыуыбыҙ файҙаһыҙ. Тыныслыҡ диңгеҙенә ул ғына төшөп етә алған, ә беҙгә уның рухи һоҡланыу ҡойоно аша ишетелгән тауышы ғына килеп еткән. Ни хәл итәһең! Беҙ шуны Мәүләнә тип иҫәпләйбеҙ!»


Пәйғәмбәрҙәрҙең Йөҙөк Ҡашы Мөхәммәт Мостафа

Беҙ үҙебеҙҙе «мосолман» тибеҙ, әммә шул мосолманлыҡ динен кешеләргә башлап өйрәтеүсе, холҡо һәм эштәре, ғибәҙәттәре һәм тормош рәүеше менән иң юғары дәрәжәләргә өлгәшеүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр хаҡында бик һирәктәребеҙ генә белә. Ә бит уның тормош юлы – һәр мосолман өсөн бөйөк, алыштырғыһыҙ өлгө. Был хаҡта Раббыбыҙ шулай ти: «Һеҙҙең кемегеҙ Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә өмөт итә һәм Аллаһты күп иҫкә ала, шуларға Аллаһ рәсүлендә күркәм үрнәк булды» (Ҡөрьән, 33:21).
Мөхәммәт пәйғәмбәр – Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, иң күркәм, иң камил холоҡ эйәһе, Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы. Уны «пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы» тип әйтергә лә булыр ине. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең нисек дин тотоуын, холҡон, эштәрен, йәшәйешен белмәйенсә, Раббыбыҙ һөйөүенә өлгәшеү, иманыбыҙҙы нығытыу, үҙебеҙҙе Ахирәткә әҙерләү мөмкин түгел. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр, яҡлау эҙләп, бер пәйғәмбәрҙән икенсеһенә барып ҡаңғырышҡанда, тап ул, Мөхәммәт, Аллаһ рөхсәте менән бөтә мосолмандар өсөн Аллаһтан яҡлау һораясаҡ.


Рухи Һуҡырлыҡ: Деизм

Раббыбыҙ Аллаһтың кешегә биргән бөйөктәрҙән-бөйөк бәрәкәте бар – ул зиһен. Аллаһ Тәғәлә беҙгә аҡылды яҡшыны ямандан айырыр өсөн биргән. Әммә айыҡ аҡылға эйә булыу һәм шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер йөкләмәләрҙән азат булыу – кешенең Әҙәм пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) заманынан бирле килгән теләге. Аҡыл ике яғы ла осло ҡорал кеүек, сөнки ул изге ғәмәлдәр ҡылыу өсөн дә, әшәке ғәмәлдәр ҡылыу өсөн дә сәбәп булыуы ихтимал. Аҡыл уйҙырмалары арҡаһында, Хаҡ Тәғәләбеҙгә беренсе булып Иблес ҡаршы сыға, шул арҡала Йәннәттән ҡыуыла һәм һәммәһен Раббыбыҙға буйһонмаҫҡа, даимән ҡаршы сығырға ҡоторта. Асылда бит көнсөллөк уның аҡылын томалай, һәм ул Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә ҡаршы күтәрелә.
Ошондай һүҙҙәрҙе аслан да әйтергә ярамай: «Булһа ни, был минең тормошом, нисек теләйем, шулай йәшәйем. Нисек теләйем, шулай уйлайым!» Бындай инаныстар хәҡиҡи имандан йыраҡ. Ундай инаныстар менән йәшәгән кешеләр хәҡиҡәт юлын ҡыҫҡа ваҡытлы фани ләззәттәргә, ҡыуаныстарға алмаштыра, һәм һөҙөмтәһе ҡурҡыныс – Хөкөм Көнөндә улар ҡотола алмаясаҡ...


Аллаһтың Һөйөклө Рәсүле Мөхәммәт Мостафа (Салләллаһу Ғәләйһи Үә Сәлләм) – 2. Мәҙинә Дәүере

Аллаһ Рәсүле (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) дүшәмбелә, рабиғел-әүүәл айының ун икенсе көнөндә донъяға килә. Әсәһе бәпәйен тапҡандан һуң ҡайныһы Ғәбделмотталибҡа: «Улың тыуҙы!» – тип һөйөнсө ебәрә. Ҡартатаһы ҡыуанып килеп, ейәнен ҡулына алып, уны Кәғбә янына алып бара ла, шунда Аллаһҡа маҡтау әйтеп, доға ҡылып, малайға Мөхәммәт (ғәрәпсә – Мүхәммәд) тип исем бирә. Ундай исем таныш булмағанға күрә Мәккә халҡы быға бик ғәжәпләнә.
Пәйғәмбәрҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) вафаты ун беренсе йылдағы рәбиғел әүүәл айының ун икенсе көнөндә зәүәлдән һуң килә. Ул саҡта уға (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алтмыш өс йәш була. Ҡараңғы, шомло көндәр килә. Мосолмандар оло юғалтыу кисерә. Барлыҡ кешелек өсөн михнәтле көндәр була.
Әнәс менән Әбү Сәғид әл-Хөдри (радыйадлаһу ғәнһүмә) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Мәҙинәгә килеп ингәндә бар нәмә балҡып тора ине. Ә ул үлгән көндө бар нәмәне ҡараңғылыҡ солғап алды. Умм Әймәнә илағас, унан: «Нимә һине иларға мәжбүр итте?» – тип һоранылар. Ҡатын: «Мин Аллаһ Рәсүленең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡасан да булһа үлерен белә инем. Әммә хәҙер мин күктән асыҡ аяттарҙың башҡаса төшөрөлмәүе хаҡында уйланып илайым», – тип яуапланы»...