76 Ҙур Гонаһ
Шәйех, Имам, Хафиз Шәмсетдин Мөхәммәт бин Әхмәт бин Ғуҫмән әҙ-Ҙәхәби (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) шулай тине: “Беҙҙе иман итеп ҡуйған Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! Ебәргән яҙмалары, пәйғәмбәрҙәре, фәрештәләре һәм тәҡдире өсөн Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! Аллаһ Мөхәммәткә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм), уның яҡындарына һәм сәхәбәләренә ризалыҡ бирһен! Аллаһ беҙгә мәңгелек донъяла улар менән күрше булырға насип итһен!
Бөйөк гонаһтарҙы тулыһынса һүрәтләп сыҡҡан был китап уҡыусыларға файҙа килтерер, тип өмөт итәбеҙ. Аллаһ үҙенең рәхмәте менән беҙҙе бөйөк гонаһтар ҡылыуҙан йыраҡлаштырһын!
Ҡөрьәндә әйтелә: “Әгәр ярамаған оло гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ, Беҙ һеҙҙе, бәләкәйерәк яҙыҡтарығыҙҙы кисереп, яҡшы ҡапҡанан керетербеҙ” (Ниса, 31).
Был аятта Аллаһы Тәғәлә бөйөк гонаһтарҙан ҡасыусыларға ожмах вәғәҙә итә.
Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ: “Сабыр итә, шөкөр итә белгән кешегә – ысынлап та, бында аяттар бар!” (Шура, 37);“Оло гонаһтан, фәхишәлектән һаҡланып, бәләкәй генә яҙыҡ эшләгән кешеләрҙе, ысынлап та, Раббың киң ҡул менән ярлыҡай” (Нәджм, 32).