Ҡөрьән Серҙәре Донъяһына Сәйәхәт

Өләсәһенә йәйге каникулға ауылға килгән ейән … Йәйге эҫе көндә ҡапыл пәйҙә булған, үҙенең яҡты күңеле менән күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән олатаһын хәтерләткән сәйер кеше … Һәм бынан һуң булып үткән ғәжәйеп ваҡиғалар… Был кеше бер гүзәл Китаптағы сикһеҙ ғилем һәм хикмәт донъяһына, әйтерһең дә, йәшерен ишекте асты.
Бер китап бынан йөҙҙәрсә йыл элек булған хәлдәр тураһында аныҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирә аламы? Ниндәй ҡөҙрәт менән, ул төшөрөлөп, йөҙҙәрсә йыл үткәс асыласаҡ фәнни ғилемдәр тупланған унда? Ниндәй ғәжәйеп китап һуң ул? Ул Китап – Бөйөк Ҡөрьән! Кемгә аса Ҡөрьән үҙенең серҙәрен? Уның хәҡиҡи мәғәнәһен кем аңлай? Иң күренекле ғалимдар ҙа бит Ҡөрьән хәҡиҡәттәре алдында баҙап ҡалған! Боронғо замандарҙа ниндәй ваҡиғалар булған? Хәҙер ниндәй ваҡиғалар бара? Йөҙәр йылдан һуң ниндәй ваҡиғалар буласаҡ? Барса был һорауҙарға яуаптарҙы белгегеҙ килһә, ошо әҫәрҙе алып уҡығыҙ һәм уның геройҙары менән Ҡөрьән серҙәре донъяһына ғәжәйеп сәйәхәт ҡылығыҙ!


Тыңла Әле, Улар Беҙҙең Менән Һөйләшә

Миллиардтарса йыл элек Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә икһеҙ-сикһеҙ Йыһанда ғәжәйеп гүзәл бер донъя барлыҡҡа килтергән. Аҙаҡ Ул унда үҙенең иң яратҡан ижад емешен – кешене хаким итеп ебәргән. Раббыбыҙ донъяны әҙәм өсөн уңайлы итеп, ул тыныс һәм бәхетле йәшәрлек итеп камил сүрәттә бар ҡылған. Барса донъя бәрәкәттәре, кеше үҙен Бар ҡылыусыны танып, Уға рәхмәтле булып, Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ризалығын алырҙай ғәмәлдәр ҡылып йәшәүе өсөн бүләк итеп бирелгән.
Был әҫәрҙә бөтә барлыҡ үҙ телендә хәбәр һөйләйәсәк, һәммәһе беҙҙең менән әңгәмә ҡорасаҡ, һәммәһе беҙҙең менән үҙенсә һөйләшәсәк! Китапты уҡып сыҡҡас, һеҙ бөтә барлыҡҡа бөтөнләй икенсе күҙ менән бағасаҡһығыҙ! Ҡояшҡа, һыуға башҡаса ҡарай башлаясаҡһығыҙ. Көн һайын үҙегеҙ атлап йөрөгән ерҙе, һеҙгә күләгә биргән ағастарҙы, һеҙгә шыбыр-шыбыр хәбәр һөйләгән япраҡтарҙы һеҙ икенсе төрлө ҡабул итәсәкһегеҙ. Күкте иңләп осҡан ҡоштарҙа, һыуҙарҙа йөҙгән балыҡтарҙа, үҙ эше менән ашығып китеп барған бөжәктәрҙә Илаһи мөғжизә сағылышын күрәсәкһегеҙ…