Ғаләм Мәктәбе - Ғаләм, Ҡөрьән Һәм Кеше

     Кеше – юғарыларҙан да юғары (әхсани-тәкүим) һәм түбәндәрҙән дә түбән (әсфәли-сәфилин), тәҡүәлек һәм гонаһкәрлек, осош һәм түбән тәгәрәү халәттәре араһында торған йомаҡ. Кеше – Раббыбыҙҙың Илаһи сифаттарҙы сағылдыра алған иң һәләтле яратылмышы. Был йәһәттән ҡараһаҡ, ғаләм – көҙгө һәм ул кешегә күҙәтеү һәм фекер йөрөтөү өсөн бирелгән.
     Асылда барса ғаләм Аллаһтың Гүзәл Исемдәренең төрлө комбинациялары сағылышы. Образлы итеп әйтһәк, ғаләм төрлө материалдарҙы ҡушып, иретеп, һыуытып, көҙгө эшләү өсөн файҙаланылған ғәләмәт ҙур үтә күренмәле быяла ише. Кеше – илаһи яратылмыштың бөйөк мөғжизәһе – был ғаләм көҙгөһөнөң сағылдырғыс һуңғы звеноһы кеүек. Ошо көҙгө аша кеше үҙенең көсһөҙлөгөн дә, үҙенең ҡиммәтен дә танып белә ала, ә «үҙен танып белгән - Раббыһын да танып белә». Аллаһ Ҡәләмен һәм ғаләм китабын уҡыған кеше үҙенең пак фитрәтен тоя, үҙенең намыҫ тауышын ишетә, фани донъяның Илаһи панорамаһын һоҡланып күҙәтә һәм Хәҡиҡәт ҡояшына һуҡыр булыуҙан туҡтай...


Тыңла Әле, Улар Беҙҙең Менән Һөйләшә

     Миллиардтарса йыл элек Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә икһеҙ-сикһеҙ Йыһанда ғәжәйеп гүзәл бер донъя барлыҡҡа килтергән. Аҙаҡ Ул унда үҙенең иң яратҡан ижад емешен – кешене хаким итеп ебәргән. Раббыбыҙ донъяны әҙәм өсөн уңайлы итеп, ул тыныс һәм бәхетле йәшәрлек итеп камил сүрәттә бар ҡылған. Барса донъя бәрәкәттәре, кеше үҙен Бар ҡылыусыны танып, Уға рәхмәтле булып, Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ризалығын алырҙай ғәмәлдәр ҡылып йәшәүе өсөн бүләк итеп бирелгән.
     Был әҫәрҙә бөтә барлыҡ үҙ телендә хәбәр һөйләйәсәк, һәммәһе беҙҙең менән әңгәмә ҡорасаҡ, һәммәһе беҙҙең менән үҙенсә һөйләшәсәк! Китапты уҡып сыҡҡас, һеҙ бөтә барлыҡҡа бөтөнләй икенсе күҙ менән бағасаҡһығыҙ! Ҡояшҡа, һыуға башҡаса ҡарай башлаясаҡһығыҙ. Көн һайын үҙегеҙ атлап йөрөгән ерҙе, һеҙгә күләгә биргән ағастарҙы, һеҙгә шыбыр-шыбыр хәбәр һөйләгән япраҡтарҙы һеҙ икенсе төрлө ҡабул итәсәкһегеҙ. Күкте иңләп осҡан ҡоштарҙа, һыуҙарҙа йөҙгән балыҡтарҙа, үҙ эше менән ашығып китеп барған бөжәктәрҙә Илаһи мөғжизә сағылышын күрәсәкһегеҙ…


Мөхәббәт Һәм Мәғрифәт

     Аллаһу Тәғәлә, Мөхәббәте сәбәпле, барса йәндәрҙең дә Уны татып ҡарауын теләгән һәм бихисап йән эйәләрен барлыҡҡа килтергән. Һынауҙар урыны булған ер донъяһында һәм башҡа донъяларҙа Уның Ҡөҙрәте һәм Маһирлығы сағылыш тапҡан. Кеше – Уның иң бөйөк ижад емеше. Ғаләм һәм кеше – Илаһи һөйөү сағылышы.
     Бөтә барлыҡтың яралыу сере, уға ғүмер биреүсе энергия һәм тыныслыҡ сығанағы булған Илаһи һөйөү һәр йән эйәһенең асылына һалынған – кеше шул хәҡиҡәтте аңлап йәшәргә тейеш. Илаһи һөйөү бәрәкәте аша ғына фани донъя тормошондағы ҡайғы-хәсрәттәрҙе, яфаларҙы, михнәттәрҙе, юғалтыуҙарҙы еңеп сығып, ҡыҫҡа ваҡытлы ғүмерҙе мәңгелек сәғәҙәт юлына әйләндерергә мөмкин. Ҡәлбеләре һөйөү һәм юғары ынтылыш менән менән тулғандар алдында бөтә ишектәр асыла. Һөйөү булмаған ерҙә ихласлыҡ та, эскерһеҙлек тә, игелек  һәм тырышлыҡ та юҡ. Мөхәббәт менән тулы йән ғәҙел, күндәм һәм тыныс, ул бөтә ғибәҙәттәргә илһам бирә…


«Мәснәүи» Баҡсаһынан Инсан Исемле Сер

     «Инсан исемле Сер» – ҙур йомаҡ. Әгәр инсан үҙен танып белһә, асылына һалынған һәләттәрҙе һәм хикмәтте Раббыһына яҡынайыуға йүнәлтһә, мәңгелеккә илтеүсе ҡапҡаны табасаҡ. Бында берҙән-бер дөрөҫ ҡарар – пәйғәмбәрҙәр, Аллаһтың тәҡүә ҡолдары эҙенән барыу, сөнки серле ишектең рухи асҡысы улар ҡулында. Ихлас күңел менән улар даирәһенә ингән көндө беҙҙең әҙәми асылыбыҙ рухи үҫештең яңы кимәленә күтәреләсәк. Әгәр шул даирәнән китһәк, гонаһкәрҙәр мөхитенә барып сумһаҡ, танып белгәндәребеҙ йәнә серле йомаҡҡа әйләнәсәк. Ә был, Аллаһ һаҡлаһын, һәләкәтебеҙ буласаҡ.
     Аллаһ тормошобоҙҙо Үҙ юлындағы хаҡ ғәмәлдәр менән биҙәһен, изге ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға насип итһен. Был донъяға килгәндә йөкмәтелгән бурыстарыбыҙҙы атҡарып сығырҙай көс бирһен һәм Үҙ хозурына тәҡүәле ҡолдары менән бергә барып баҫырға насип итһен. Әмин!


Минең Гүзәл Динем – 1 (Ғибәҙәткә Өйрәнәм)

     Һөйөклө балалар!
    Пәйғәмбәребеҙ ҡабыҙған иман нуры, быуындан-быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә килеп етте. Һәр быуын, хәленән килгәнсә, шул дингә ярашлы йәшәргә һәм уны киләһе быуындарға тапшырырға тырышты. Шул рәүешле Ислам ғилемдәре инсандан инсанға, күңелдән күңелгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп етте. Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ. Шулай булғас беҙгә, оло быуынға, һеҙҙе был изге эшкә әҙерләү бурысы йөкмәтелгән. Оҙайлы тарихы булған динебеҙҙе иң камил сүрәттә беҙ һеҙгә тапшырырға тейешбеҙ. Был юлдағы тырышлығыбыҙ – Аллаһу Тәғәләгә мең шөкөр – тәүге емештәрен бирҙе.
     Был китапта беҙ ғибәҙәт, тәһәрәт, тәйәммүм, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж һәм ҡорбан хаҡында һөйләнек. Был китапты әҙерләгәндә, элек нәшер ителгән китаптарҙы файҙаланылдыҡ һәм уларға ҡағылышлы бөтә тәнҡит һүҙҙәрен күҙ уңында тотоп эшләргә тырыштыҡ. Рухи ғилемгә эйә булыу хеҙмәтенә ҙур теләк һәм кинәнес менән тотоноуығыҙҙы бик теләйбеҙ.
     Йөрәктәрегеҙ - Иман, тормошоғоҙ – Ислам, күңелегеҙ Ихсан менән тулһын. Фәрештәләр юлдашығыҙ булһын, яҡшы кешеләр – яҡын дуҫтарығыҙ, ә Аллаһу Тәғәлә - ярҙамсығыҙ... Йәннәт юлдары асыҡ булһын һеҙгә… Аллаһ һәр саҡ һаҡлап торһон һеҙҙе!..


Мөхәббәт Сере

     «Мөхәббәт сере. Күңел баҡсаһынан» атамаһы аҫтындағы был китаптың яҙылыу маҡсаты ябай – мөьминдәр ҡәлбен Раббыбыҙ Аллаһҡа һәм Уның Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөү менән тултырыу, хикмәт ынйылары һәм салих заттар мөхәббәте яҡтылығы ярҙамында йөрәктәрҙе паклаусы нәсихәт биреү.
     Хәҡиҡи гүзәллек – Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Гүзәллеге. Беҙ күргән донъялағы барса матурлыҡ – Уның Матурлығының көсһөҙ генә сағылышы.
     Был донъяның яратылыу мәғәнәһе Хаҡ Тәғәләбеҙ Мөхәббәтенә бәйле. Уның мөхәббәтенең төп сағылышы йәшел дала, урмандар, икһеҙ-сикһеҙ сүллектәр, бейек-бейек тау теҙмәләре йәме түгел, ғаләм үҙәге, Илаһи Сәнғәт мөғжизәһе, мөхәббәт сығанағы, Ерҙең һәм унда йәшәгән барса мәхлуҡтарҙың барлыҡҡа килеү сәбәбе булған кеше. Кешенең ҡиммәте үҙенең яратылмыш маҡсатына, фани донъяға килеү маҡсатына ярашлы йәшәй белеү һәләте менән билдәләнә.


Минең Гүзәл Динем – 2 (Иман Нигеҙҙәрен Өйрәнәм)

    Һөйөклө балалар! Пәйғәмбәребеҙ ҡабыҙған иман нуры, быуындан-быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә килеп етте. Һәр быуын, хәленән килгәнсә, шул дингә ярашлы йәшәргә һәм уны киләһе быуындарға тапшырырға тырышты. Һәммәбеҙҙе лә яралтҡан, Үҙенең Һөйөклө Илсеһе Мөхәммәт Мостафаны (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм гүзәл динебеҙҙе барлыҡҡа килтергән Аллаһу Тәғәләне ныҡ яратыуығыҙҙы беҙ беләбеҙ. Беҙ ҙә һеҙҙе бик тә яратабыҙ һәм һеҙҙең, балаларыбыҙҙың, динебеҙҙе ентекләп өйрәнеүегеҙҙе теләйбеҙ.
    «Минең гүзәл динем» серияһынан «Ғибәҙәт ҡылырға өйрәнәм» тип аталған тәүге китапта беҙ ғибәҙәт, тәһәрәт, тәйәммүм, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж һәм ҡорбан хаҡында һөйләнек.
    Был «Иман нигеҙҙәрен өйрәнәм» исемле китапта һеҙгә Аллаһҡа, фәрештәләргә, илаһи яҙмаларға, пәйғәмбәрҙәргә, әхирәткә һәм тәҡдиргә инаныу тураһында аңлаттыҡ.
    Йөрәктәрегеҙ - Иман, тормошоғоҙ – Ислам, күңелегеҙ Ихсан менән тулһын. Фәрештәләр юлдашығыҙ булһын, яҡшы кешеләр – яҡын дуҫтарығыҙ, ә Аллаһу Тәғәлә - ярҙамсығыҙ. Йәннәт юлдары асыҡ булһын һеҙгә… Аллаһ һәр саҡ һаҡлап торһон һеҙҙе!


Аллаһтың Һөйөклө Рәсүле Мөхәммәт Мостафа (Салләллаһу Ғәләйһи Үә Сәлләм) – 1. Мәккә Дәүере

    Дөрөҫ ғәмәлле һәм имен булырға теләгән йәш кеше; Аллаһҡа саҡырыуҙы үҙенә барыр юл итеп һайлап, хикмәт һәм күркәм өгөт-нәсихәт менән изгелеккә өндәүсе зат; дәүләтендә ғәҙеллек һәм игелек менән етәкселек итергә теләүсе идарасы; күркәм мөнәсәбәт күрһәтеүҙә үрнәк ғаилә башлығы, балаларына һәм ҡатынына ҡарата шәфҡәт һәм мәрхәмәтен ҡыҙғанмаған бер ата; йүнәлтеү һәм идара эшен яҡшы белгән һәләтле командир; ҡыҫҡаһы, йәше, дәрәжәһе, социаль ҡатламы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр мосолман өсөн иң күркәм һәм тотороҡло бейеклектәге критерийҙар Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең Сираһында күрһәтелә. Шуға күрә лә исламды бөтә тарафтан аңлап ҡуллана алыу өсөн, Рәсүлүллаһ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тормошон күркәм рәүештә өйрәнеү зарур.
    Шик юҡ, Рәсүлүллаһ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең Сираһын лайыҡлы шәкелдә өйрәнеү, өйрәтеү һәм шуның менән йәшәү – ул кешелек өсөн камил һәм идеаль бер хаят үрнәген бүләк итеп ҡабул ҡылыу.