Ғаләм Мәктәбе - Ғаләм, Ҡөрьән Һәм Кеше
Кеше – юғарыларҙан да юғары (әхсани-тәкүим) һәм түбәндәрҙән дә түбән (әсфәли-сәфилин), тәҡүәлек һәм гонаһкәрлек, осош һәм түбән тәгәрәү халәттәре араһында торған йомаҡ. Кеше – Раббыбыҙҙың Илаһи сифаттарҙы сағылдыра алған иң һәләтле яратылмышы. Был йәһәттән ҡараһаҡ, ғаләм – көҙгө һәм ул кешегә күҙәтеү һәм фекер йөрөтөү өсөн бирелгән.
Асылда барса ғаләм Аллаһтың Гүзәл Исемдәренең төрлө комбинациялары сағылышы. Образлы итеп әйтһәк, ғаләм төрлө материалдарҙы ҡушып, иретеп, һыуытып, көҙгө эшләү өсөн файҙаланылған ғәләмәт ҙур үтә күренмәле быяла ише. Кеше – илаһи яратылмыштың бөйөк мөғжизәһе – был ғаләм көҙгөһөнөң сағылдырғыс һуңғы звеноһы кеүек. Ошо көҙгө аша кеше үҙенең көсһөҙлөгөн дә, үҙенең ҡиммәтен дә танып белә ала, ә «үҙен танып белгән - Раббыһын да танып белә». Аллаһ Ҡәләмен һәм ғаләм китабын уҡыған кеше үҙенең пак фитрәтен тоя, үҙенең намыҫ тауышын ишетә, фани донъяның Илаһи панорамаһын һоҡланып күҙәтә һәм Хәҡиҡәт ҡояшына һуҡыр булыуҙан туҡтай...