Рухи Һуҡырлыҡ: Деизм
Раббыбыҙ Аллаһтың кешегә биргән бөйөктәрҙән-бөйөк бәрәкәте бар – ул зиһен. Аллаһ Тәғәлә беҙгә аҡылды яҡшыны ямандан айырыр өсөн биргән. Әммә айыҡ аҡылға эйә булыу һәм шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер йөкләмәләрҙән азат булыу – кешенең Әҙәм пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) заманынан бирле килгән теләге. Аҡыл ике яғы ла осло ҡорал кеүек, сөнки ул изге ғәмәлдәр ҡылыу өсөн дә, әшәке ғәмәлдәр ҡылыу өсөн дә сәбәп булыуы ихтимал. Аҡыл уйҙырмалары арҡаһында, Хаҡ Тәғәләбеҙгә беренсе булып Иблес ҡаршы сыға, шул арҡала Йәннәттән ҡыуыла һәм һәммәһен Раббыбыҙға буйһонмаҫҡа, даимән ҡаршы сығырға ҡоторта. Асылда бит көнсөллөк уның аҡылын томалай, һәм ул Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә ҡаршы күтәрелә.
Ошондай һүҙҙәрҙе аслан да әйтергә ярамай: «Булһа ни, был минең тормошом, нисек теләйем, шулай йәшәйем. Нисек теләйем, шулай уйлайым!» Бындай инаныстар хәҡиҡи имандан йыраҡ. Ундай инаныстар менән йәшәгән кешеләр хәҡиҡәт юлын ҡыҫҡа ваҡытлы фани ләззәттәргә, ҡыуаныстарға алмаштыра, һәм һөҙөмтәһе ҡурҡыныс – Хөкөм Көнөндә улар ҡотола алмаясаҡ...