Кешелеккә Иләһи шәфҡәтлелек итеп ебәрелгән бөтөн бәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҙә ауырлыҡта ла, еңеллектә лә, хәсрәттә лә, шатлыҡта ла Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеүҙәрен, бағлаған өмөттәрен үә ялбарыуҙарын доға аша башҡарғандар. Уларҙы беҙ үҙҙәренең миҫалында Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәт тәрбиәләүсе, хаҡ юлдан әйҙәүсе пак шәхестәр тип беләбеҙ.
Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу – тормош ҡануны, Хоҙайға буйһоноуҙың асылы ул. Ерҙә лә, күктә лә бөтөн нәмә иләһи ихтыярға буйһона, һәр ҡайһыһы үҙенең телендә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһен иҫкә ала һәм Уға ялбара. Дөрөҫ дини тәрбиә мөьминдә һәр саҡ доғала булыу теләген уята, сөнки доға мөьминдең йөрәгендәге Аллаһ Тәғәләгә алып барыусы юлдың ҡапҡаһына асҡыс булып тора.