Һуңғы Һулыш

Әҙәм балаһы, һынауҙар өсөн ебәрелгән фани донъянан киткәндә, Әхирәт ҡапҡаһынан мәңгелек йортона инә. Әммә ул йорттоң ҡапҡаһы икәү: береһе һәләкәткә илтә, икенсеһе - бәхет-сәғәҙәткә. Бөтә ғүмеренең һөҙөмтәһе булған Һуңғы һулышы еткәс, ул ошо ҡапҡаларҙың ҡайһыһы асыласағын беләсәк. Ҡыҫҡа ғүмеребеҙҙе Һуңғы һулышыбыҙҙы иҫтә тотоп үткәрәйек тиһәк, беҙгә иғтибарлы, һиҙгер һәм айыҡ аҡыллы булыу зарур.
Һуңғы һулышыбыҙ - Әхирәттәге хәлебеҙҙең тәүге шаһиты. Ваҡытлы донъябыҙ менән лайыҡлы хушлашайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙе шул һуңғы һулышыбыҙға әҙерләргә тейешбеҙ. Мәңгелектәге тормошобоҙ бәхетле булһын өсөн, ғүмеребеҙ изге ғәмәлдәр, намыҫ, рухи аҡыл, тура юлыбыҙ менән биҙәлгән булыуы шарт. Ғүмер стаканға ағып төшкән һыу тамсылары кеүек. Тамсылар саф, таҙа булһа, стакандағы һыу ҙа саф, таҙа. Һуңғы тамсы әйтерһең дә һуңғы һулыш…


Баҡыйлыҡҡа Сәфәр

Һәр заманда кеше аңын, күңелен биләп торған иң бөйөк сер – үлем һәм әхирәт тормошо. Һис шикһеҙ, кем генә булмаһын, ниндәй генә социаль баҫҡыста тормаһын, үлем алдында барыһы ла бер тигеҙ. Һәр бәндәне үлем буҫағаһы артында нимә көтөп тороуы борсой. Тормош ләзәттәренән айырып, утлы упҡынға ташлаған үлем хәҡиҡәте – был донъяла һәр әҙәм балаһы дусар булған иң ауыр ваҡиға. Шуға күрә лә үлем һәм мәңгелек тормош билдәһеҙлеге пәрҙәһен күтәреп ҡарау - кешенең төп бурысы.
Тормош – бөйөк хәҡиҡәт, ул бишектән алып ҡәбергәсә ваҡытты ғына үҙ эсенә алмай. Үлем һәм мәңгелек тормош менән бәйле киләсәк төйөнөн сисеү бәндәнең үҙ нәфесе ҡорған кәртәләрҙе үтә алыуына һәм Илаһи Ҡәләмгә таянып эш итә белеүенә бәйле. Ә быны тормошҡа ашырыуҙың иң яҡшы ысулы - пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың вариҫтары булған Аллаһтың һайлам ҡолдарының рухиәтенән үҙ өлөшөңдө алыу.
Раббыбыҙ Аллаһ һәм Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нәсихәттәренә ғәмһеҙ инсан, кешеләр уйлап сығарған хаталы һәм файҙаһыҙ теорияларға эйәреп, үҙ-үҙен алдап, һәләкәтле халәтен бәхет, тип иҫәпләй. Үлем хаҡында хәбәрҙар булмайынса, уға әҙерләнмәйенсә Ғазраил фәрештә менән осрашҡан тәҡдирҙә, уны ҡурҡыныс «сюрприз»дар мотлаҡ көтөп торасаҡ. Әхирәтеңде ҡайғыртмай йәшәлгән ғәмһеҙ тормош - үҙ-үҙеңде алдау, көн һәм төн – һәммәһе үҙенә башҡа, тип иҫәпләү менән бер ул.


Мөхәббәт Һәм Мәғрифәт

Аллаһу Тәғәлә, Мөхәббәте сәбәпле, барса йәндәрҙең дә Уны татып ҡарауын теләгән һәм бихисап йән эйәләрен барлыҡҡа килтергән. Һынауҙар урыны булған ер донъяһында һәм башҡа донъяларҙа Уның Ҡөҙрәте һәм Маһирлығы сағылыш тапҡан. Кеше – Уның иң бөйөк ижад емеше. Ғаләм һәм кеше – Илаһи һөйөү сағылышы.
Бөтә барлыҡтың яралыу сере, уға ғүмер биреүсе энергия һәм тыныслыҡ сығанағы булған Илаһи һөйөү һәр йән эйәһенең асылына һалынған – кеше шул хәҡиҡәтте аңлап йәшәргә тейеш. Илаһи һөйөү бәрәкәте аша ғына фани донъя тормошондағы ҡайғы-хәсрәттәрҙе, яфаларҙы, михнәттәрҙе, юғалтыуҙарҙы еңеп сығып, ҡыҫҡа ваҡытлы ғүмерҙе мәңгелек сәғәҙәт юлына әйләндерергә мөмкин. Ҡәлбеләре һөйөү һәм юғары ынтылыш менән менән тулғандар алдында бөтә ишектәр асыла. Һөйөү булмаған ерҙә ихласлыҡ та, эскерһеҙлек тә, игелек һәм тырышлыҡ та юҡ. Мөхәббәт менән тулы йән ғәҙел, күндәм һәм тыныс, ул бөтә ғибәҙәттәргә илһам бирә…